Башҡортостан Рәсәйҙә дауаханаларҙы яңы технологияларға күсереү буйынса лидерҙар иҫәбендә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, әгәр эштәр ошондай тиҙлектә барһа, барлыҡ учреждениеларҙы яңы бәйләнешкә күсереү яҡын йылдарҙа тамамланасаҡ.
Былтыр төбәктә 389 Фельдшер-акушерлыҡ пункты интернетҡа тоташтырылһа, быйыл 351 ФАП яңы технологиялар менән эш итә башлаясаҡ.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекттарын шулай уңышлы тормошҡа ашырыу киләсәктә видео-конференция ярҙамында пациенттарға теүәл диагноз ҡуйырға ярҙам итәсәк.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, документ әйләнешен һанлаштырыу уртаҡ база булдырырға ярҙам итәсәк. Әле унда 5 миллион самаһы электрон медицина картаһы урын алған.