-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Февраль 2020, 08:05

Башҡортостанда юлдар тағы ла яҡшырасаҡ. Әлбиттә, юлдарҙың сифаты хаҡында байтаҡ бәхәсләшергә мөмкин.

Шуға күрә иң тәүҙә юлдарҙың сифаты хаҡында һөйләшәйек. Хәтерләйһегеҙҙер, ҡыш йыл килһә, бер иретеп, бер туңдырып торһа, былтыр йәй генә түшәлгән асфальт күҙ алдында юҡҡа сыға һәм соҡор-саҡыр ғына тороп ҡала ине. Быйыл да ҡыш ҡышҡа оҡшамай, йылы булды. Шуға ҡарамаҫтан, беҙгә ҡалһа, юлдарҙың сифаты әллә ни насарланманы һымаҡ. Бәлки беҙгә генә шулай тойолғандыр. Ә һеҙҙең яҡтарҙа нисек?

Ә юлдарҙың артабан да яҡшырырына өмөт ҙур. Иң мөһиме, аҡса бар, сөнки төп эштәр милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бүленгән сығымдар иҫәбенә башҡарыла. Быйыл, мәҫәлән, Башҡортостанда юлдар ремонтлау өсөн 14,7 млрд. һум аҡса бүленәсәк һәм 2000 километрҙан ашыу юл тәртипкә килтереләсәк. Бынан тыш 2020-2022 йылдарҙа автомобиль юлдары селтәрен үҫтереүгә 19,1 млрд. һум аҡса йүнәлтеләсәк. Төбәк юлдарын үҫтереүгә федераль ҡаҙна ла үҙ өлөшөн индермәксе, ул ярҙам 9,6 млрд. һум тәшкил итә.
Сығымдар бының менән генә сикләнмәй, сөнки милли проекттарҙа ҡаралған эштәр дауам итәсәк, юлдар төҙөләсәк. Быйыл, мәҫәлән, 45 км. юл төҙөләсәк һәм 40-лап күпер ремонтланасаҡ. Иң мөһиме, былтыр башланған күпер төҙөлөштәре, юлдар төҙөү дауам итәсәк.
Юлсылар юлдарҙа оҙаҡламай барлыҡҡа киләсәк соҡор-саҡырҙарҙы ремонтлауға бөгөндән әҙер һәм был эштәр 15 июнгә тамамланырға тейеш.
Читайте нас: