+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Февраль 2020, 08:45

Рәсәй Президенты һуңғы көндәрҙә иғтибарын икенсе тапҡыр төньяҡҡа йүнәлтте. Арктикала сеймал етештереүҙе арттырыу беҙҙең иҡтисадты үҫтерәсәк.

Рәсәйҙең төньяғында ифрат ҡатмарлы шарттарҙа нефть һәм газ сығарыу өсөн иң тәүҙә хоҡуҡи нигеҙ булдырырға кәрәк. Әлеге ваҡытта РФ Дәүләт думаһында 4 закон проекты ҡарауға әҙерләнә. Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Юрий Борисов һөйләшеүҙе ошо мәсьәләне хәл итеүҙән башланы.

Владимир Путин: “Яғыулыҡ-энергетика комплексын үҫтереү һеҙҙең яуаплылыҡҡа бәйле. Хөкүмәтте ҙур һәм яуаплы эштәр көтә”, –тип билдәләне. Пландар ғәйәт ҙур, әммә улар үтәлерлек. Арктикала нефть һәм газ сығарыуҙы арттырыу эске тулайым продуктты йыл һайын ике процентҡа үҫтереүгә мөмкинлек бирәсәк. Таймырь ярым утрауында өр-яңы нефть-газ провинцияһы барлыҡҡа киләсәк. 10 триллион һум инвестициялар һалынасаҡ һәм 5 миллиард тонна нефть сығарыласаҡ.
Хөкүмәт милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа Ватан етештереүселәренең көсөнә иҫәп тота.
Рәсәй Президенты Владимир Путин йылылыҡ-энергетика комплексын үҫтереү юлдарын хупланы һәм уңыштар теләне.
Читайте нас: