Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышында 2019 йылда милли проекттарҙа планлаштырылған эштәрҙе тормошҡа ашарыу мәсьәләләре ҡаралды. Ултырышта Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Вице-премьер билдәләүенсә, республика тарихында был тиклем социаль объекттарҙың төҙөлөүе һәм сафҡа индерелеүе беренсе тапҡыр теркәлгән. Милли проекттарҙа планлаштырылған эштәр һәм объекттар графикка ярашлы төҙөлә. Былтыр 21 мәктәп, 22 балалар баҡсаһы, 2 балалар поликлиникаһы, ауылдарҙа 33 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 5 ауыл мәҙәниәт һарайы төҙөлгән. Ҡала һәм район үҙәктәрендә 185 парк, сквер, баҡса һәм ял урындары төҙөкләндерелгән. Юлдар төҙөлөшөндә байтаҡ эштәр башҡарылған.