+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Февраль 2020, 19:23

Тимер юл вокзалы бар, ә тимер юлы юҡ... Ул ниндәй ҡала булыр?

Был һорауға тарих менән шөғөлләнгәндәр генә яуап бирә ала. Эйе, Бөрө – донъяла вокзалы төҙөлгән, ә тимер юлы булмаған берҙән-бер ҡала. ХХ быуат баштарында Император ғәли йәнәптәренең юғары Указы менән Өфөнән Бөрө аша Яңауылға тимер юл төҙөү хаҡында ҡарар ҡабул ителә. Проект әҙерләнә, аҡса бүленә, хатта Бөрөнөң ситендә 2-3 йыл эсендә тимер юл вокзалы ҡалҡып сыға. Вокзал әле лә эшләй, ләкин сауҙа маҡсаттарында хеҙмәт итә. Революциялар, Донъя һуғышы – был проекттан баш тартырға мәжбүр итә.

Ләкин бөгөн дә Бөрөнөң киләсәге һис тә өмөтһөҙ түгел. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең сәхифәһендә ҡаланың киләсәген күрһәтте. Троицк соборы алдындағы майҙан йәйәүлеләр өсөн генә хеҙмәт итәсәк, ошондағы Ленин һәм Александр Матросов исемендәге баҡсалар төҙөкләндереләсәк. Ҙур сығымдар һалмай ғына боронғо купецтар һәм сауҙагәрҙәр ҡалаһының патриархаль йөҙөн яңыртырға ҡарар иткәндәр. Республика Башлығы төп талап итеп тарихҡа һаҡсыл ҡараш һәм уның тарихи тәғәйенләнешен ҡабатлауҙы маҡсат итеп ҡуйған.
Финанслауға килгәндә, Бөрө, Ишембай һәм Бәләбәй ҡалалары “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекттарын тормошҡа ашырыуға бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашты һәм 245 миллион һумлыҡ федераль грант отто. Ошо аҡса иҫәбенә ҡалалар төҙөкләндереләсәк һәм үҙҙәренең тарихи йөҙөн һаҡлаясаҡ.
Читайте нас: