Ә Михаил Мишустинға килгәндә, Владимир Путинға Хөкүмәт башлығы вазифаһына 3-4 кандидатура тәҡдим иткәндәр. Әммә Президент бишенсеһен һайлап алған. Владимир Путин Михаил Мишустиндың шәхси һәм эшлекле сифаттарына өҫтөнлөк биргән. Буласаҡ премьер-министр үҙе етәкселек иткән Федераль һалым хеҙмәтендә эштәрҙе яңыса ойошторған, һанлаштырыуҙы, алдынғы технологияларҙы индергән. Эш тәжрибәһе ҙур, маҡсатҡа ынтылышлы һәм үҙенең алдына ҡуйылған бурыстарҙы еренә еткереп башҡара.