+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Февраль 2020, 20:30

Владимир Путин вазифаһын ҡалдырырға уйлаймы?

Рәсәй халҡының өлкән йәштәгеләрен бындай хәбәрҙәр һағайырға мәжбүр итә.

Сәйәси технологтар алдағы йылдарҙа Владимир Путиндың вазифаһын ҡалдырыу ихтималлығына бәйле илдә тотороҡһоҙланыуҙан ҡурҡыу һәм һағайыуҙар көсәйеүенә иғтибар итә. Ошо айҡанлы Кремлдең фекерҙәр фабрикаһы иҫәпләнгән Социаль тикшеренеүҙәр эксперт институты тарафынан түңәрәк өҫтәл дә үткәрелгән. Күпселек 2024 йылда Владимир Путиндың вазифаһын ҡалдырыуына ышана. Әлеге Конституцияға төҙәтмәләр индереү ҙә Президент тарафынан ил суверенитетын һәм социаль гарантияларҙы нығытыуға, ғаиләләрҙең мәнфәғәтен яҡлауға йүнәлтелгән аҙымдары шуға дәлил, тип иҫәпләүселәр бар. Ошондай аҙымдар кешеләр араһында, тимәк, ул китәсәк, ә беҙгә, беҙҙең балаларға нимә эшләргә, тигән ҡурҡыу тойғоһо уята.
Эксперттар билдәләүенсә, бындай ҡурҡыу тойғолары махсус тикшеренеүҙәр талап итә. Сөнки үткән айҙа Федераль йыйылышта Президент мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны, Хөкүмәтте ҡапыл отставкаға ебәрҙе, әле Конституцияға үҙгәрештәр индереүгә әҙерлек бара. Халыҡтарҙың төрлө төркөмдәре аҡрынлап үҙ фекерҙәрен белдерә башланы.
Өлкәндәр, мәҫәлән, әгәр Президент китә икән, үҙ вазифаһында тотороҡлолоҡ тәьмин иткәс, бәлки ҡалырға тейештер, тип уйлаһа, икенсе төркөм властҡа популистар килеүенән шикләнә.
Бөтә Рәсәй Халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәге етәксеһе Валерий Федоров фекеренсә, власть алышыныуына ябай рәсәйҙәр һәм идара итеүсе элита төрлөсә ҡарай. Ябай халыҡ иҡтисади үҫештең түбән булыуына борсола. Әлегә 2024 йыл хаҡында һайлаусыларҙың иң сәйәсиләштерелгән өлөшө генә уйлай.
Ә бына сәйәсмән Константин Калачев әйтеүенсә, өлкән йәштәгеләр элеккесә Путинға тотороҡлолоҡ гаранты сифатында ҡараһа, йәшерәктәр үҙгәрештәр яҡлы, ләкин был процесс тетрәнеүҙәргә килтермәҫкә тейеш, тип иҫәпләй. Бөгөн ябай рәсәйҙәрҙе билдәһеҙлек, гражданлыҡ ҡапма-ҡаршылығы, иҡтисади көрсөк һәм йоғонто бүлешеү һымаҡ низағтар борсой. Шул иҫәптән, милләтселек, сепаратизм, ҡайһы бер төбәктәрҙең, йәнәһе, айырылырға ынтылыуы күптәрҙе ҡурҡыта.
Читайте нас: