+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Февраль 2020, 09:05

Кузнецов затонында социаль объекттар төҙөләсәк.

Әлегә бында балалар баҡсаһында урындар етмәй.

Өфө ҡалаһының Кузнецов биҫтәһе бөгөн иң йылдам үҫешеүсе микрорайондарҙың береһе. Һуңғы өс-дүрт йылда шаҡтай ҙур ҡаласыҡ пәйҙә булды. Йәштәр күпләп торлаҡ һатып ала, ләкин балалар баҡсаһы ла, мәктәп тә юҡ.
“Демография” милли проектына ярашлы, былтыр бында 63 урынлыҡ тәүге балалар баҡсаһы сафҡа инде. Ул туғыҙ ҡатлы йорттоң беренсе ҡатында урын алған. Әле бында 260 урынға яңы балалар баҡсаһы төҙөлә. Өс ҡатлы заманса балалар баҡсаһы киләһе йылдың аҙағына сафҡа инергә тейеш.
Ә мәктәп мәсьәләһе нисегерәк хәл ителер? Бында ла алға китеш төҫмөрләнә. Урыны билдәле, проект документацияһы әҙерләнә. Быйыл төҙөлөш башланасаҡ. Микрорайондың йылдам үҫеүен иҫәпкә алып, 1225 урынлыҡ мәктәп төҙөргә булғандар.
Читайте нас: