-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Февраль 2020, 09:58

Сүриәлә хәлдәр ҡатмарлаша.

Владимир Путин ошо хаҡта Германия һәм Франция лидерҙары менән һөйләште.

Рәсәй Президенты Владимир Путин телефон аша Германия канцлеры Ангела Меркель, Франция президенты Эммануэль Макрон менән Сүриәләге хәл тураһында һөйләште.
Һуңғы көндәрҙә Идлиб провинцияһында Төркиә ярҙамында ҡоралланған боевиктар Сүриә хөкүмәте ғәскәрҙәренә ҡаршы күтәрелде. Рәсәй хәрби йыһан көстәре һауа һөжүме ярҙамында террорсыларҙы сигенергә мәжбүр итте.
Төркиә Хөкүмәте ғәскәрҙәре вәкилдәре хәрби хәрәкәттәр Рәсәй һәм Сүриә менән берлектә тормошҡа ашырыла, тип белдерһә лә, быны раҫлаусы дәлилдәр юҡ.
Владимир Путин, Ангела Меркель, Эммануэль Макрон Сүриәлә көсөргәнешлекте кәметеү өсөн Рәжәп Эрдоған менән юғары кимәлдә һөйләшеү ойошторорға кәрәк, тип тапты.
Читайте нас в