Өфө ҡалаһының Затон биҫтәһендә оҙаҡламай заманса музыка мәктәбе ишектәрен асасаҡ. Ул атаҡлы ҡурайсы Әҙеһәм Исҡужин исемен йөрөтә.
Затонда быға тиклем дә балалар музыка мәктәбе бар ине, ләкин ул ҡулайлаштырылған баракта урынлашҡайны һәм түңәрәктәр эше өсөн бик уңайһыҙ ине. Һәләтле балалар, тейешле шарттар булмау сәбәпле, 9 километрҙа ятҡан Өфө ҡалаһына йөрөргә мәжбүр булды.
“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән учреждение хәҙер республикала иң яҡшыларҙың береһе буласаҡ һәм бер юлы 150 уҡыусыға шөғөлләнергә мөмкинлек бирәсәк. Дөйөм майҙаны 1600 кв. метрҙан артығыраҡ тәшкил иткән музыка мәктәбе былтыр уҡ сафҡа инергә тейеш ине. Ләкин төҙөүселәр эштәрҙе сифатлыраҡ башҡарыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы һәм музыка мәктәбен асыу көнөн март айына күсерҙе.
Музыка мәктәбенең директоры Әхиәт Ғәйетбаев әйтеүенсә, хәҙер яңыса эшләү өсөн бөтә шарттар ҙа бар, әле түңәрәктәр төркөмдәренә яҙылыу бара, музыка ҡоралдары һатып алыу өсөн 35 миллион һум аҡса бүленгән.