Рәсәйҙә халыҡ тормошон ентекләп күҙәткән эксперттар һәм социологтар дәүләт башлығы күрһәтмәләренең нисек тормошҡа ашырылыуын көн һайын баһалап тора. Әгәр уларға ышанһаң, бюрократик алымдарға ышыҡланып, Хөкүмәт халыҡтың тормошон яҡшыртыу, килемен арттырыу йәһәтенән ҡабаланмай.
Төптән ҡараһаң, Рәсәй Президентының бары тик туранан-тура ҡатнашлығы, хатта ҡулдан идара итеүе һөҙөмтәһендә Рәсәй иҡтисады бөгөн Украиналағы ваҡиғаларға, иҡтисади санкцияларға һылтанмай, күрше дәүләттәр көндәшеп ҡарарлыҡ уңыштарға өлгәште. Пенсия, эш хаҡы, страховка, социаль түләүҙәр буйынса инфляция кимәлендә компенсация түләү мөмкинлеге бар. Хатта дәүләт бюджетының 1,48 триллион һумлыҡ профициты ла һаман да халыҡҡа барып етмәй, шулай булғас, Хөкүмәттең ауыр һәм оҙаҡ эш итеүен күреп, аптырау тойғоһо үҫкәндән-үҫә.
Бөгөн Рәсәй донъяның иң бай илдәренең береһе исеменә дәғүә итә. Уның хатта АҠШ-тыҡы һымаҡ ҙур тышҡы бурысы ла юҡ. Етмәһә, дәүләт муллығы фондында 8 триллион һум, 550 миллиард доллар алтын валюта резервтары. Был аҡсаның аҙ ғына өлөшөн халыҡҡа еткереү ҙә иҡтисадты һәм сәнәғәтте үҫтереп, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәрер ине.
Шуға ҡарамаҫтан, Рәсәй Хөкүмәтендә һаман да халыҡтың кеҫәһенә керергә, яңы һалымдар индерергә, коммуналь түләүҙәрҙе арттырырға, пособиеларҙы сикләргә, йәмәғәт транспортында йөрөүгә хаҡтарҙы арттырырға тырышалар. Күптән түгел Санкт-Петербургта үткән осрашыуҙа 10800 һум алған пенсионерға яуап итеп, Президенттың, минең үҙемдең эш хаҡы ла бик юғары түгел, тигән һүҙҙәрен хәҙер аңларға мөмкин. Дәүләт ҡарамағындағы тәбиғи ресурстар менән идара итеүселәр йөҙәр миллион, хатта миллард һумдар алыусылар ҙа бар икән.