+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Февраль 2020, 17:40

Путин фекеренсә, рөхсәт ителмәгән митингыла ҡатнашыусылар хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәрен ҡәтғи саралар күрергә мәжбүр иткән. Күҫәкте берәү ҙә тик торғандан болғай башламай.

Беренсе каналда шартлы исеме “Владимир Путинға 20 һорау” тигән ТАСС хәбәрсеһенә яуаптар теҙмәһе дауам итә. Был юлы Президент менән хәбәрсе әңгәмәһе Рәсәйҙең көс структаралары, уларҙың балаларын үлтереү менән янау, рөхсәт ителмәгән митингыла ҡатнашыусыларҙы ҡыуап таратыу һымаҡ мәсьәләләргә арналды.

Путиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, әгәр митингыла ҡатнашыусылар үҙҙәрен тыныс тотһа, көс ҡулланырға мәжбүр итмәһә, шау-шыу ҙа, йөҙҙәрсә кешене ҡулға алыу ҙа булмаҫ ине. Ана, Францияла барған “һары сәкмән”дәрҙең тәртипһеҙлектәренә генә иғтибар итегеҙ. Полиция көн һайын меңдәрсә кешене ҡулға ала, штраф һала һәм язаға тарттыра.
Митингыла ҡатнашыусыларҙың тәртип боҙорға, юлды ябырға, ҡаршылыҡ күрһәтергә хоҡуғы юҡ. Барыһы ла закон сиктәрендә хәл ителергә тейеш.
Рәсәй Президенты әйтеүенсә, әлеге власты тәнҡитләү генә етмәй, халыҡҡа ыңғай эштәр программаһы тәҡдим итергә кәрәк. Ә оппозицияның власть менән ризаһыҙлығын башҡа юлдар, мәғлүмәт саралары, интернет ярҙамында еткерергә булыр ине.
Ә бына интернет аша Росгвардия хеҙмәткәрҙәренең балаларын үлтерергә саҡырыу һымаҡ провокацияларҙы нисек аңларға? Владимир Путин әйтеүенсә, бындай шаяртыуҙарҙың илдәге хәлде тотороҡһоҙландырыуға килтереүе бик ихтимал. Ә бына шаяртыуҙың авторы үҙе биш йылға төрмәгә ултыртылған. Күпселек блогер Владислав Синицаның янауҙары өсөн төрмәгә ултыртылыуын хуплаған.
Читайте нас: