+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Февраль 2020, 10:51

Рәжәп Эрдоған Владимир Путин менән осрашырға теләй. Сүриәнең Идлиб провинцияһындағы хәлдәр ике яҡты ла борсой.

Сәйәсмәндәр билдәләүенсә, Рәсәй Президенты менән Төркиә президентының осрашыуы 5 мартта булырға тейеш. Көнбайыш илдәренең сәйәсмәндәре һәм матбуғаты Төркиәне һәм Рәсәйҙе тәнҡитләүҙән ҡапыл туҡтаны. Сөнки бындағы хәлдәрҙең артабан да ҡатмарлашыуы Европа мәнфәғәтенә туранан-тура ҡағыла, тип билдәләй эксперттар.

Идлибта террорсыларҙың еңеүгә өлгәшеүе, һуғыштарҙың артабан дауам итеүе гуманитар һәләкәткә килтерәсәк һәм ҡасаҡтар ташҡыны, барлыҡ кәртәләрҙе емереп, Европаға ағыласаҡ. Бындай кешеләрҙең көйләнмәгән ағымы Ҡытай вирусынан ҡото осҡан Европа мәнфәғәттәренә һис тә яуап бирмәй.
Сүриәлә аҙмы-күпме тыныслыҡтың яҙмышы – Рәсәй ҡулында. Ә Төркиәнең Идлиб провинцияһында Рәсәй менән хеҙмәттәшлек итеүҙән башҡа сараһы юҡ.
Читайте нас: