+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Февраль 2020, 09:25

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу һис тә еңел түгел икән. Хатта Президенттың һүҙҙәренә ҡаршы төшөүселәр табылған.

“Владимир Путинға 20 һорау” исемле ТАСС интервьюлар теҙмәһе ҡыҙыҡлы ғына факттарҙы асып һала. Властың иң юғары даирәләрендә дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлау, тигән һылтау менән, ҡаҙна аҡсаһын янға ҡалдырабыҙ, тип Президент күрһәтмәләрен тормошҡа ашырыуҙан баш тартыу осраҡтары ла бар икән. Путин раҫлауынса, милли проекттарҙы тормошҡа ашырғанда айырым һөҙөмтәләр түгел, ә илдең ышаныслы үҫеше мөһим. Эйе, беренсе йылда милли проекттарҙың бөтәһе лә үтәлмәне, ләкин ниәтләгәндәрҙең күпселек өлөшө тормошҡа ашырылды.

Владимир Путин әйтеүенсә, элегерәк РФ финанс министры Алексей Кудрин менән РФ иҡтисади үҫеш буйынса экс-министр Герман Греф, ҡиммәтселеккә һылтанып, ҡайһы бер проекттарға ҡаршы төшкән. Президентҡа бындай осраҡта Кудринға йә Грефҡа ныҡ ҡына өндәшеп алырға тура килгән.
Мәҫәлән, финанс министры Петербургта төҙөлгән ҡуласа трассаһына ҡаршы төшкән. Ә бына Герман Греф Владивостоктағы күпер төҙөлөшөнә, Сочиҙағы ҡайһы бер объекттарға ҡаршы төшкән.
Хәҙер, мәҫәлән, Кудрин күп кенә мәсьәләләргә үҙенең ҡарашын үҙгәрткән һәм ҙур төҙөлөштәргә аҡса бүлергә мөмкин, тип иҫәпләй. Бөгөн Иҫәп палатаһына идара итеүсе Кудрин ҡаҙна аҡсаһын тотоноуға икенсе күҙлектән ҡарай.
Президент әйтеүенсә, бындай эштәрҙә бәхәсләшеү күпселек осраҡта яҡшы тәьҫораттар ҡалдыра.
Читайте нас: