Иғтибар иткәнһегеҙҙер, ҡалалар өҫтөндә хәҙер крандар йыш күренә, күп фатирлы йорттар ҙа ҡалҡып сыға. Тап шуның өсөн РФ Төҙөлөш һәм транспорт дәүләт комитеты коллегияһы ултырышында Башҡортостан “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыуҙа алдынғылар иҫәбендә телгә алынды. 2019 йылда, алдағыһы менән сағыштырғанда, фатирҙар төҙөү күрһәткесе 11 процентҡа артҡан, финанслауҙың төрлө сығанаҡтары иҫәбенә 2,37 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Торлаҡтың күпселеге Өфө ҡалаһында төҙөлгән.