Сүриә Хөкүмәт ғәскәрҙәре менән Идлиб провинцияһында террорсылар араһында ҡан ҡойош ваҡыты-ваҡыты менән Төркиә-Сүриә һуғышына әйләнеп бара. Сүриә Хөкүмәт ғәскәрҙәре Идлибта төрөк ғәскәрҙәрен утҡа тотҡан. Кисә иртән ундағы һуғыштарҙа 22 төрөк һалдатының һәләк булыуы тураһында әйтһәләр, бөгөнгә ҡорбандар һаны 33, тип белдерҙеләр. Өҫтәүенә, төрөк зенит-ракета комплекстары Сүриә яғынан осҡан һәр бер самолетҡа ата. Был һуғышта Израиль да үҙен күрһәтеп ҡалырға ашыға. Улар бер сәбәпһеҙгә Сүриә ғәскәрҙәре позицияларын утҡа тотҡан.
Бындай шарттарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Төркиә Президенты Рәжәп Эрдоғандың 5 мартта булмаясағы көн кеүек асыҡ. Сөнки Төркиә яғы Сүриәгә һәм террорсыларға ҡағылышлы Рәсәй менән килешеүҙе үтәмәне.
Хәҙер Рәжәп Эрдоғанға Төркиәнең НАТО ағзаһы булыуын иҫкә төшөрөүҙән башҡа сара юҡ. Европа һағайып Идлиб эргәһендә барған һуғышты күҙәтә һәм Греция ҡарамағындағы утрауҙарҙа ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү өсөн урындар әҙерләй. Ә Греция кешеләре ҡасаҡтарҙы индереүгә ҡаршы митингылар һәм забастовкалар ойоштора. Ҡыҫҡаһы, хәлдәр бер ҙә шәптән түгел.