-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Март 2020, 10:38

Беҙгә иҡтисади көрсөк янаймы? Рәсәй Президенты яғыулыҡ-энергетика комплексы етәкселәре менән осрашты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин илдең нефть сығарыу һәм һатыу, нефть эшкәртеү өсөн яуаплы иң ҙур компанияларҙың етәкселәре менән осрашты һәм ағымдағы хәлдәр тураһында һөйләште.

Рәсәй Президенты Владимир Путин илдең нефть сығарыу һәм һатыу, нефть эшкәртеү өсөн яуаплы иң ҙур компанияларҙың етәкселәре менән осрашты һәм ағымдағы хәлдәр тураһында һөйләште.
Коронавирус сиренең таралыуы менән бәйле, донъя иҡтисады етди һынауҙар алдында тора. Рәсәй Президенты билдәләүенсә, илдә сирҙең таралыуы контролдә тотола, ләкин иҡтисади көрсөктөң ҡағылыуы бик ихтимал. Нефткә хаҡтар төшһә лә, Рәсәй етештереүселәрен ул ҡәнәғәтләндерә. Әлеге хәл 2008 йылда барлыҡ донъяла иҡтисади көрсөк менән булған ваҡиғаларҙы хәтерләтә.
Бындай осраҡта донъя нефть етештереүселәре берләшергә һәм уртаҡ фекергә килергә тейеш. Хаҡтарҙы көйләү буйынса “ҡара алтын”етештереүсе илдәрҙең ОПЕК+ форматында эш итеүе отошло тип табылды.
Читайте нас: