+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Март 2020, 11:15

Еңеүселәр араһында беҙҙекеләр ҙә бар. Йәшәгән биләмәләребеҙ матурланһын өсөн.

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡала мөхитен төҙөкләндереү, биләмәләрҙе йәшәү өсөн уңайлы итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Күптән түгел Төмән өлкәһендә Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхите булдырыу, тарихи биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә проекттар конкурсына йомғаҡ яһалды. Был бәйгелә ҡатнашыу өсөн 300-ләп ғариза килгән, шуның 286-һы иғтибарға лайыҡ, тип табылған.

Еңеүселәр араһында беҙҙекеләр ҙә бар. Мәҫәлән, Краснокама районының Николо-Березовка ауылы эргәһендәге боронғо йорттар күптән инде яңыртыуҙы көтә. Шулай уҡ Ағиҙел, Дүртөйлө, Яңауыл һәм Мәләүез ҡалаларында йәшәгән ерҙе төҙөкләндереүгә бәйле проекттар уңышлы тип табылған.
Тимәк, беҙҙең республиканан ошо 5 бәләкәй ҡала барлығы 400 миллион һум самаһы аҡса аласаҡ һәм төҙөкләндереүгә тотонасаҡ.
Читайте нас: