-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Март 2020, 11:51

Рәсәй Экспорт үҙәге юғары баһа бирҙе. Беҙҙә сит илдәргә һатырлыҡ тауар бар.

Рәсәй Экспорт үҙәге төбәктәрҙә былтыр экспорт, йәғни сит илдәргә тауар һатыу кимәлен ҡараны. Урындарҙы билдәләгәндә төбәктәрҙә экспортҡа ярҙам, яңы экспортерҙар һаны, экспорт тауарының күләме һәм географияһы, тауарҙың сифаты иҫәпкә алынған. Беренсе урында...

Рәсәй Экспорт үҙәге төбәктәрҙә былтыр экспорт, йәғни сит илдәргә тауар һатыу кимәлен ҡараны. Урындарҙы билдәләгәндә төбәктәрҙә экспортҡа ярҙам, яңы экспортерҙар һаны, экспорт тауарының күләме һәм географияһы, тауарҙың сифаты иҫәпкә алынған. Беренсе урында – Мәскәү өлкәһе, Алтай крайы – икенсе, ә Башҡортостан өсөнсө урынды яулаған.
Башҡортостанда сит илдәргә тауар оҙатыу “Экспортты үҫтереү”, “Республикала экспорт хеҙмәтенә ярҙам” төбәк программалары, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала 641 предприятие эксопртты ойоштороуға ярҙам алған. Ярҙам күләме 3,5 миллиард һумдан артып киткән.
Читайте нас: