Кисә РФ Дәүләт думаһына Конституцияға үҙгәрештәр индереү хаҡында закон проектына Президент төҙәтмәләре килде. Дәүләт думаһы рәйесе Вячеслав Володин әйтеүенсә, төҙәтмәләр 24 биттән тора. Иң төп төҙәтмә шул – Президент тәҡдименә ярашлы, Рәсәй үҙенең барлыҡ территорияһында, халыҡ-ара ойошмаларҙа, халыҡ-ара килешеүҙәргә ярашлы мөлкәт йәһәтенән СССР-ҙың хоҡуҡи ҡабул итеүсеһе булып иҫәпләнә.
Президент төҙәтмәләре араһында Аллаһты иҫкә алыу, шулай уҡ никахты ир менән ҡатын берлеге (союзы), тип таныу бар.