Рәсәй Президентының ТАСС мәғлүмәт агентлығы хәбәрсеһенә биргән “Путинға – 20 һорау” интервьюһы көндән-көн нығыраҡ популярлыҡ яулай бара. Шуныһы билдәле, был асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙе сит илдәрҙең аналитик хеҙмәттәре лә иғтибарлап күҙәтә. Һуңғы әңгәмәлә, мәҫәлән, Владимир Путин Рәсәйҙәге системалы булмаған оппозицияға ҡарата үҙенең фекерҙәрен асты.
Владимир Путин әйтеүенсә, хәҙерге системалы булмаған оппозиция ил тормошона ыңғай йоғонто яһай икән.
“Бындай ыңғай йоғонтонан баш тартыу урынһыҙ, – ти Рәсәй Президенты. – Сөнки улар (оппозиция вәкилдәре) беҙҙең тормошҡа аныҡ йоғонто яһай. Был айырыуса райондарҙа һәм ҙур ҡалаларҙа ныҡ күренә. Ғәжәпләнергә түгел, сөнки һәр илдә йәмғиәттең бер өлөшө ғәмәлдәге властҡа ҡаршы тора”.
Рәсәй Президенты элегерәк оппозиция вәкилдәренә, власты тәнҡитләү менән генә шөғөлләнмәҫкә, үҙҙәренең мөмкин булған һайлаусыларына ыңғай программа тәҡдим итергә кәңәш биргәйне. Сөнки илдә үҫтереү өсөн тәнҡит кенә етмәй. Санкцияланмаған акциялар ойоштороу мотлаҡ түгел. Хәҙерге интернет һәм мәғлүмәт саралары ныҡ үҫешкән шарттарҙа власть менән ризаһыҙлығыңды тиҙ һәм зыян күрмәйенсә еткерергә мөмкин.