Владимир Путин: Дөрөҫ түгел. Йәмғиәттең әүҙем өлөшө – ғәмәлдәге законды боҙоусы системалы булмаған оппозиция ғына түгел. Һеҙ ни өсөн йәмғиәттең әүҙем өлөшөн тарайтаһығыҙ? Йәмғиәттең әүҙем өлөшө – волонтёрҙар ҙа, улар беҙҙә хәҙер миллионлап, миллионлап. Был йәмғиәттең әүҙем өлөшө – йәш, һөҙөмтәле, эшмәкәр кешеләр, улар төрлө өлкәләрҙә эшләй: мәғариф өлкәһендә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә, экология өлкәһендә. Кешеләргә әүҙем, бик шәп ярҙҙам итәләр. Беләһегеҙме, мин уларға ҡайһы берҙә һоҡланып, күҙҙәремә йәш эркелеп ҡарайым, сөнки кешеләр, ысынлап та, бик шәп эшләй. Ғәмәлдәге власть менән ҡәнәғәт булмаған йәмғиәт өлөшө теләһә ниндәй илдә булған, һәр ваҡыт булған, һәр ваҡыт буласаҡ. Бындай кешеләрҙең булыуы бик һәйбәт. Әйткәндәй, иғтибар итегеҙ, әгәр ниндәйҙер революцион ваҡиғалар булһа, революцияға килтереп еткергән кешеләр, ҡағиҙә булараҡ, власта ҡалмай. Уларҙы үҙҙәренең әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән власть тиҙ туйҙыра. Октябрь революцияһынан һуң власта бик оҙаҡ ҡалған большевиктар ғына айырылып торалыр, моғайын. Һуңынан үҙҙәре бөлдө, арттарынан илде алып киттеләр. Системаһы булмаған оппозицияға килгәндә, уларға Аллаһы Тәғәлә һаулыҡ бирһен. Аңлайһығыҙмы, мин беренсе көн генә эшләмәйем. Улар беҙгә бик ныҡ кәрәк, тип уйлайым. Улар ғәмәлдәге тормошҡа, бигерәк тә, муниципалитеттар, оло ҡалалар кимәлендә тәьҫир итә.
Дөйөм ҡағиҙәләр бар. Уларҙы барыһы ла һаҡларға тейеш. Власть – оҡшамағандарға ла, оҡшағандарға ла. Закон бар һәм уны үтәргә кәрәк. Юғиһә, беҙ илде тулыһынса тотороҡһоҙлоҡҡа килтерәсәкбеҙ. Юғиһә... беҙ урамдарҙа машиналарҙы яндырыуҙарын теләйбеҙме?