+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Март 2020, 12:30

“Сағыу” микрорайонында яңы балалар баҡсаһы төҙөлә. Ул ифрат сағыу буласаҡ.

“Сағыу” микрорайонының исеме есеменә тап килеп тора. Ышанмаһағыҙ, баш ҡаланың Дим районына барғанда һул ҡулда ҡалған ҡыҙыл, зәңгәр, йәшел, һары һәм башҡа төҫтәрҙәге торлаҡ йорттарға иғтибар итегеҙ.

“Сағыу” микрорайонының исеме есеменә тап килеп тора. Ышанмаһағыҙ, баш ҡаланың Дим районына барғанда һул ҡулда ҡалған ҡыҙыл, зәңгәр, йәшел, һары һәм башҡа төҫтәрҙәге торлаҡ йорттарға иғтибар итегеҙ.
Оҙаҡламай бында йорттар һымаҡ сағыу балалар баҡсаһы ла ҡалҡып сығасаҡ. “Демография” милли проектына ярашлы төҙөлгән 180 урынлыҡ ике ҡатлы балалар баҡсаһында төҙөлөш ҡыҙыу бара. Балалар бында һигеҙ төркөмдә шөғөлләнәсәк. Улар өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырыласаҡ.
Әйткәндәй, быйыл, милли проекттағы пландарға ярашлы, Башҡортостанда йәмғеһе 3900 урынлыҡ 24 балалар баҡсаһы төҙөләсәк һәм сафҡа инәсәк.
Читайте нас: