Әлегә бындай балалар баҡсаһы республикала күп түгел. Беренсе ҡатта балалар өсөн уйын бүлмәләре, логопед, психолог, методик кабинеттар урынлашҡан, медпункттың ике изоляторы бар, икенсе ҡатта физкультура, спорт, музыка менән шөғөлләнергә мөмкин. 11 төркөмдөң туғыҙы балаларҙы ҡабул иткән дә инде. Тәрбиәселәр етерлек, улар эшкә тотонорға әҙер.