+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Март 2020, 14:52

Дауаханаларҙың матди-техник базаһы нығына

135 миллион һумлыҡ яңы ҡорамалдар һатып алынасаҡ

135 миллион һумлыҡ яңы ҡорамалдар һатып алынасаҡ
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Башҡортостан дауаханаларының матди-техник базаһын нығытыу дауам итә. Быйыл 80 миллион һумлыҡ һигеҙ рентген комплексы, 65 миллион һумлыҡ томограф комплексы һатып алынасаҡ. Аукцион талаптарына ярашлы, хаҡтар ғәмәлдәге баҙар кимәленә яуап бирергә һәм 2019 йылдан элек етештерелмәҫкә тейеш.
Томограф Өфө ҡалаһының 21-се дауаханаһы, ә рентген комплекстары Ғафури, Ишембай, Благовещен, Учалы, Мәләүез, Краснокама, Күгәрсен райондары үҙәк дауаханалары һәм Стәрлетамаҡтың балалар дауаханаһы өсөн һатып алынасаҡ.
Яңы ҡорамалдар иң заманса талаптарға һәм ихтыяждарға яуап бирергә тейеш.
Факил Мырҙаҡаев
Читайте нас: