+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Март 2020, 12:10

Ике башҡорт алыша. Әлеге инстаграм аша

Башҡорт эстрадаһының иң күренекле ике вәкиле Салауат Фәтхетдинов һәм Элвин Грей исеме аҫтында Радик Юлъяҡшин интернет аша мөнәсәбәт асыҡлауын өс йылдан һуң дауам итергә булған.Дауамы сайтта:

Башҡорт эстрадаһының иң күренекле ике вәкиле Салауат Фәтхетдинов һәм Элвин Грей исеме аҫтында Радик Юлъяҡшин интернет аша мөнәсәбәт асыҡлауын өс йылдан һуң дауам итергә булған. Хәйер, уларҙың быға тиклем дә тынғаны юҡ ине шикелле. Салауат Фәтхетдинов нимәлер тип әйткән, йәшерәге нығыраҡ яуап биргән.
Күҙәтеүселәр был алышта Салауаттың еңелеренә шикләнмәй, сөнки ул Элвин Грейҙың “стадиондар менән алышайыҡ” тигән тәҡдимен ҡабул итмәне, тимәк, үтәй алманы. Ә Радик стадиондарҙы бик анһат йыя.
Был икәүҙең алышына алда торған халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы ла йоғонто яһай шикелле. Радик үҙен күптән башҡорт тип таныһа, үткән аҙнала Салауат үҙенең татарлығын алға һөрә башланы. Хәйер, нимә әйтһен инде, кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырлайһың. “Башҡортостанды яратам, хөрмәт итәм, ләкин үҙемдең тамырҙарымды белмәйем”, – тип таныған Салауат Фәтхетдинов үҙе лә ҡайһы телдә йырларға аптырай шикелле.
Читайте нас: