+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Март 2020, 11:27

Владимир Путин: беҙ үҙебеҙҙе яҡлай һәм һаҡлай алабыҙ

Беҙгә кем ҡылыс менән килә, ҡылыстан һәләк буласаҡ.#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ТАСС хәбәрсеһенә биргән “Путинға – 20 һорау” интервьюлар теҙмәһенең унынсыһы бөгөн донъя күрәсәк һәм уның ҙур шау-шыу тыуҙырыуы бик ихтимал. Сөнки Рәсәй Президенты бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы темаһын күтәрә һәм үҙенең уй-фекерҙәре менән уртаҡлаша. “Рәсәйгә һуғыш асырға мөмкин, – ти Владимир Путин, – ул осраҡта беҙгә Бөйөк Ватан һуғышында эшләгәнде ҡабатларға тура киләсәк”.
Советтар Союзы Европаны азат иткәндә үҙенең миллиондарса кешеһен ҡорбан итте. Ә хәҙер Европа илдәрендә совет һалдаттарының һәйкәлдәрен емерәләр, ҡәберҙәрен ер менән тигеҙләйҙәр. Бындай вәхшилеккә Рәсәй тәнҡит күҙлегенән ҡарай.
Быға тиклем Владимир Путин: “Беҙ берәү менән дә һуғышырға йыйынмайбыҙ, Рәсәй үҙенең оборона ҡеүәтен тәьмин итә алырлыҡ”, – тип белдергәйне.
#ВладимирПутин
Читайте нас: