+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Март 2020, 13:04

Донъяға кем хужа? “Ҡара алтынмы”, әллә короновирусмы?

Донъя иҡтисады етди һынауҙар алдында тороуын күпселек аналитиктар таный һәм уның мөмкин булған хәл итеү юлдарын фаразлай. Бының өсөн тарихҡа мөрәжәғәт итеү хис тә артыҡ булмаҫ.

Донъя иҡтисады етди һынауҙар алдында тороуын күпселек аналитиктар таный һәм уның мөмкин булған хәл итеү юлдарын фаразлай. Бының өсөн тарихҡа мөрәжәғәт итеү хис тә артыҡ булмаҫ.
Иҡтисади көрсөк еңелерәк үтер ине, әгәр беҙҙең тормошобоҙға Ҡытайҙа башланған йоғошло сир килеп инмәһә. Шуға күрә беҙ короновирусҡа ҡағылып тормайбыҙ, уның һөҙөмтәләрен алдан күҙаллау мөмкин түгел, сөнки әлеге көнгә тиклем уның килеп сығыуы хаҡында уртаҡ фекерҙәр әле булһа юҡ.
“Ҡара алтынға” хаҡтар төшөү менән бәйле тарих төрлө миҫалдар белә һәм уның хәл иткес роленең беҙҙең тормошобоҙға туранан-тура мөнәсәбәте бар. Бының өсөн беҙгә ҡеүәтле, бар донъяны тетрәндереп тотҡан уртаҡ ватаныбыҙ СССР яҙмышына мөрәжәғәт итергә тура килә. Сөнки 80-се йылдарҙа иң күп нефть һатыусы ил Сәғүд Ғәрәбстаны короле АҠШ президенты Рональд Рейган менән йәшерен килешеү төҙөй һәм “ҡара алтынға” хаҡтарҙы мәкерле рәүештә бик ныҡ төшөрә. Иҡтисады нефть һатыуға бәйле Советтар Союзы ҡаҙнаны тулыландырыу өсөн шулай уҡ хаҡтарҙы кәметергә мәжбүр була. Аҡса етмәй, хөкүмәт халыҡ алдында социаль йөкләмәләрен үтәй алмай, өҫтәүенә Михаил Горбачевтың уңышһыҙ реформалары ҡушыла, үҙгәртеп ҡороу ыңғай һөҙөмтәләр бирмәй. АҠШ-тың хаҡтар менән уйнауы СССР-ҙың ғына түгел, Социалистик илдәрҙең тарҡалыуы, ҡоролоштоң юҡҡа сығыуы менән тамамлана. Уның кире һөҙөмтәләрен беҙ әле лә тоябыҙ һәм кисерәбеҙ.
Хәҙергеһе хаҡында алдан күҙаллау еңел түгел, сөнки ҙур дәүләттәрҙең иҡтисади кимәле төрлөсә. Мәҫәлән, АҠШ бик бай ил, етештереү юғары кимәлдә, ләкин уның тышҡы баҙарҙа 30 триллион долларҙан ашыу бурысы бар. Ә Ҡытай, киреһенсә, етештереү ҙур, ләкин иҡтисадты һаҡлау өсөн нефть һәм газ етмәй.
Иҡтисадсылар Рәсәй менән Сәғүд Ғәрәбстанының бер төптән эш итеүенә иғтибарҙы йүнәлтә. Сөнки АҠШ-та етештерелгән нефть ҡиммәт, энергия сығанаҡтарына хаҡтарҙың төшөүе улар файҙаһына түгел.
Иҡтисад аналитиктары Рәсәйҙең финанс хәленең тотороҡло булыуына иғтибар итә. Ошо юҫыҡта хөкүмәттең халыҡ алдында социаль йөкләмәләрен теүәл үтәй алыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Әлбиттә, бер иҡтисади киңлектә йәшәгәс, беҙҙә лә хаҡтар артмай ҡалмаҫ, һәр хәлдә ҙур тетрәнеүҙәр көтөлмәй.
Рәлиф Кинйәбаев.
Читайте нас: