Рәсәйҙә, ниһәйәт, демократия ныҡлы урынлашып бара шикелле. Әгәр шулай булмаһа ғәмәлдәге Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса референдумға әҙерлек асыҡтан-асыҡ хатта урыны менән бәхәсле шарттарҙа ойошторолмаҫ ине. Быны иҫбатлау өсөн әлеге Конституцияны ниндәй шарттарҙа ҡабул итеүегеҙҙе хәтергә алыу ҙа етә. Дөрөҫ, ул саҡта ла тикшереү ойошторолдо, бәхәстәр ҡуйырҙы, нисек кенә булмаһын ул Конституция ҡабул ителде һәм ошо көнгә тиклем илгә һәм халыҡҡа хеҙмәт итә.
Кисә Рәсәй президенты Владимир Путин РФ Дәүләт Думаһында Конституцияға үҙгәрештәр менән бәйле үҙенең фекерҙәре менән сығыш яһаны. Әлегә һығымталар шулай, көслө президент идаралығы булһынмы, Дәүләт Советының әһәмиәте күтәрелһенме, нисек кенә булмаһын хәҙерге шарттарҙа Владимир Путин туранан тура әйтеүе буйынса ул тотороҡлолоҡ менән властын үҙгәреп тороуы хаҡында һораһалар ул беренсеһен һайлар ине.
Рәсәй ысынлап та тотороҡлолоҡҡа мохтаж. Власть күптән түгел генә аҙ килемлеләргә өмөтлө генә вәғәҙәләр бирҙе, йәш ғаиләләрҙе дәртләндерҙе, социаль түләүҙәр башланды һәм уларҙы күпселек ыңғай ҡабул итте. Ләкин донъяла иҡтисади көрсөк төҫмөрләнә, короновирус баҫып килә, нефткә хаҡтар төштө, һумдың баһаһы түбәнәйҙе, бындай шарттарҙа илдәге именлекте һәм халыҡтың йәшәү кимәлен бары тик тотороҡло власть ҡына тәьмин итә ала.
Аналитиктар шикләнмәй, Конституция үҙгәрештәр менән ҡабул ителәсәк, тимәк Рәсәй өр-яңы тормош менән йәшәй башлаясаҡ. Шулай булғас, 2024 йылдан Владимир Путиндың Рәсәй менән артабан идара итеүе бик ихтимал. Әгәр үҙе риза булһа, әлбиттә.