+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Март 2020, 11:24

Төндәлектәр

Кинйәбулат бабайҙың шатлығы

Кинйәбулат бабайҙың шатлығы
Беҙҙең күршелә Кинйәбулат бабай йәшәне. Бик ярҙамсыл, ябай һәм мәрәкә бабай була торғайны. Бабайға бәйле әсәйемдең һөйләгәне иҫтә ҡалған. Әсәйем Кинйәбулат бабай хаҡында, “Минең әбей маладис, мин һуғышта йөрөгән арала биш малай үҫтереп ҡуйған”, тип ҡыуанып маҡтанғанын йыш хәтерләй торғайны. Булғандыр, бер йылда балалар үҫеп китә, танымай ҙа торабыҙ, дүрт йылда тамам турыҡҡандарҙыр. Ишмөхәмәт, Миңлебулат, Миҙхәт исемле улдарын хәтерләйем, ҡалғандары ҡырҙа булғандыр, белмәйем. Ишмөхәмәт ағай бик оҫта балтасы ине, мәңге эш менән булғанын беләм. Миҙхәт ағай күрше Күндерәк ауылында һарыҡ көттө, бер йәй бергә эшләнек. Миҙхәт ағай зыяратта осрашҡанда, атаһының ҡәберен дә күрһәтте.
Кинйәбулат бабайҙың Ишбулат исемле булһа кәрәк, тағы бер улы булған. Уны өлкәндәр генә хәтерләйҙер. Ишбулат ағай ташты алыҫлыҡҡа бәреү буйынса ауылда иң көслөһө булған. Һуғыш ваҡытында ул фашистарҙың байтаҡ танкыһын ҡыйратҡан, ордендар, миҙалдар тағып ҡайтҡан. Ишбулат ағай тураһында хәҙер легендалар ғына йәшәй ауылда. Шуларҙың береһен миңә лә ишетергә насип булды. Һуғыш ваҡытында һөжүм иткәндә, фашистарҙың бер ут нөктәһе эргәһендә туҡталырға мәжбүр булалар. Командир Ишбулатҡа шыуышып барып нөктәне юҡ итергә ҡуша. Егет алыҫтан ғына тороп бер ике граната ташлауы була, ут нөктәһе тонсоға ла ҡуя. РФ оборона министрлығының архивынан ҡыҙыҡһынырға ине Ишбулат Кинйәбулат улы Сатучин ниндәй батырлыҡтар ҡылды икән.
Хәҙер ауылда Кинйәбулат бабайҙың ейән-ейәнсәрҙәре генә үҫә. Белеүемсә, һуғыштан һуң күп тә үтмәй Ишбулат ағайҙың да эҙҙәре юғала. Батыр, кешелекле, егәрле ағай кемдәрҙе ҡурсалап йөрөнө икән?
Рәлиф Кинйәбаев.
Читайте нас: