+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Март 2020, 11:28

Трамп ғәйеплеләрҙе эҙләй, сөнки иң ҙур зыянды уға күрергә тура килмәгәйе

Рәсәй был һынауҙы сағыштырмаса еңел үткәрәсәк

“Ҡара дүшәмбенән” һуң ике тәүлек үткәс, АҠШ-та иҫтәренә килделәр һәм ғәйеплеләрҙе эҙләй башланылар. Сөнки хаҡтарҙың төшөүе быйыл көҙгә президентлыҡҡа икенсе мөҙҙәткә барыусы Дональд Трампҡа һәләкәтле булыуы бик ихтимал.
Нефть һатыусы илдәрҙең “ОПЕК+” ойошмаһы хаҡтарҙы тотороҡландырыу өсөн “ҡара алтын” сығарыуҙы көйләү буйынса килешеү төҙөй алманы. Бынан иң ҙур зыянды һәүерташ нефтен күпләп сығарыусы АҠШ күрәсәк. Сөнки бындай юл менән нефть сығарыу технологик яҡтан сеймалдың үҙҡиммәтен күпкә арттыра.
Хаталана Трамп әфәнде, юҡҡа ғәйепте үҙенән эҙләмәй. Иранға, Венесуэлаға һәм Рәсәйҙән Германияға “Төньяҡ ағым – 2” газ үткәргесен кем санкцияларға дусар итте? АҠШ сәйәсмәндәре бер тауыштан Дональд Трампты президент ултырғысын эшҡыуарлыҡта, шәхси табыш эҙләүҙә ғәйепләй. Уның менән хатта Евросоюз, Ҡытай һәм Япония ҡәнәғәт түгел.
Рәсәй менән Сәғүд Ғәрәбстанына килгәндә иң күп нефть һатыусы был ике ил хаҡтарҙың төшөүен сағыштырмаса еңел үткәрәсәк, шуға күрә сәйәси һәм социаль тетрәнеүҙәр янамай. Аныҡлап әйткәндә, Рәсәй Президентының халыҡтың тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән сәйәсәте ил эсендә хуплау тапты һәм уның абруйының үҫеүенә килтерҙе. Ә инде нефткә, долларға һәм евроға хаҡтар көн һайын тип әйтерлек бер күтәрелеп, бер төшөп тора. Хатта күпселек был хаҡта белмәй ҙә ҡала һәм рәсәйҙәрҙең күбеһен ҡыҙыҡһындырмай.
Р. Мәүлетҡолов.
Читайте нас: