-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Март 2020, 10:54

Умартасыларҙың берҙәм исемлеге төҙөлә.

Баҙар үтә күренмәлелек талап итә.

Баҙар үтә күренмәлелек талап итә.
Умартасылыҡ Рәсәйҙә көслө тармаҡтарҙың берһенә әйәләнеп бара. Ҡортсолоҡ менән шөғөлләнергә теләүселәр йылдан йыл арта. Ләкин әлегә иҫәп яғынан теүәллек юҡ.
РФ ауыл хужалығы министрлығы эксперттар менән берлектә умартасыларҙың берҙәм реестрын төҙөй башланы. Уның ярҙамында бал етештереүселәр, умартасылар, фермер хужалыҡтары, ауыл хужалығы предприятиелары, умарталыҡтар, уларҙың ойошторолоуы, күсенеү ваҡыты һәм шарттары хаҡында тулы мәғлүмәт алырға мөмкин.
Быға тиклем умартасылар сәсүлекте химикаттар менән эшкәртеүе һөҙөмтәһендә ҡорттарҙың һәләк булыуына зарлана ине. Берҙәм реестр умарталыҡтарҙы һаҡларға, зыян күргән осраҡта компенсация алыуҙа ярҙам итергә тейеш.
Әлегә Рәсәйҙә умарталарҙың 94 проценты шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы тупланған. Был йәһәттән Башҡортостан, Алыҫ көнсығыш, Алтай крайы иң тәүгеләр сафында. Башҡортостан киләһе йылға умартасыларҙың халыҡ-ара “Апимондия-2021” конгресын ҡабул итәсәк. Быйыл һәм киләһе йылға умартасылыҡты үҫтереү һәм продукцияһын һатыу “Агропромышленность комплексының тауарҙарын экспортлауға ярҙам итеү” милии проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ. Донъяла бал етештереүселәр күп, улар Рәсәй умартасыларына конкурент сифатында ҡарай һәм беҙҙең продукцияны донъя баҙарына үткәрмәҫкә тырыша. Берҙәм реестр беҙҙең умартасылыҡ тармағын халыҡ-ара кимәлдә яҡлау мөмкинлеген дә бирәсәк.
Читайте нас: