+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Март 2020, 13:20

Яңы хөкүмәт яңыса эшләй.

Башҡаса мөмкин түгел, алда ҙур бурыстар көтә.

Башҡаса мөмкин түгел, алда ҙур бурыстар көтә.
Михаил Мишустин етәкселек иткән яңы Хөкүмәт һәр аҙнаны иртәнге сәғәт туғыҙҙа оператив кәңәшмә менән башлап ебәрә. Әлбиттә, Дмитрий Медведев ваҡытында уның резиденцияһында көн уртаһында йыйылып өйрәнгәндәр өсөн еңелдән түгел.
Хөкүмәттең яңы башлығы тәртип һәм ҡуйылған бурыстарҙың теүәл үтәлеүен талап итә.
Иң тәүге ултырышта милли проекттарҙың үтәлеше ҡаралған һәм социаль-көнкүреш объекттары төҙөүгә йүнәлтелгән бер триллион һум аҡсаның үҙләштерелмәүе асыҡланған.
Элекке хөкүмәт был йәһәттән һүлпәнлек күрһәткән, төҙөлөшкә контракттар йыл уртаһында, дүртенсе квартал аҙағында төҙөлгән һәм артта ҡалыуға юл ҡуйылған.
Яңы хөкүмәт хаталарҙы төҙәтеү, аҡса бүлеүҙе яйға һалыу буйынса бик көсөргәнешле эшләй. Былтыр артта ҡалыуға юл ҡуйыусыларға ҡарата етди сара күрелеүе лә бик ихтимал.
Читайте нас: