+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Март 2020, 11:05

Дәүләт иҫәбенә етештереүҙе арттырырға мөмкин

Бының өсөн һеҙгә грант алырға кәрәк

Бының өсөн һеҙгә грант алырға кәрәк
Былтырҙан бирле БР ауыл хужалығы министрлығында төбәктең агросәнәғәт комплексын консультациялау үҙәге эшләй һәм бурыстарын уңышлы тормошҡа ашырған Фермерҙарҙың, ауыл хужалығы кооперативтарының атласын төҙөй. Атлас ярҙамында һәр районда эшләүсе предприятиелар хаҡында тулы мәғлүмәт алырға мөмкин. Мәҫәлән, ошо атласта урын алған “Ҡариҙел үләндәре кооперативы” грант ярҙамында үҙенең етештереүен арттырған.
Башҡортостанда тормошҡа ашырылған “Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ инициативаларына ярҙам итеү” милли проекттары ауыл хужалығында продукция етештереүҙе арттырырға мөмкинлек бирә. Ярҙам техника һатып алыу, етештереүҙе үҫтереү өсөн йыһаздар менән тәьмин итеү менән генә сикләнмәй, аҙыҡ-түлекте эшкәртеү, уны һаҡлау, төрөү, хатта сит илдәргә оҙатыу мөмкинлеген дә ала.
Мәғлүм булыуынса, ерҙә йәшәүселәр һаны йылдан-йыл арта, ләкин кешеләр тәбиғәт биргән байлыҡтың үҙ мәнфәғәтендә ни бары 1 генә процентын файҙалана.
Читайте нас: