+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Март 2020, 10:59

Владимир Путин: “АҠШ Украина менән идара итергә һәм Рәсәй аҡсаһына йәшәтергә уйлай”

Рәсәй Президенты ТАСС агентлығына биргән “Путинға – 20 һорау” интервьюлар теҙмәһенең сираттағыһы Рәсәй – АҠШ – Украина мөнәсәбәттәренә арналған.

Рәсәй Президенты ТАСС агентлығына биргән “Путинға – 20 һорау” интервьюлар теҙмәһенең сираттағыһы Рәсәй – АҠШ – Украина мөнәсәбәттәренә арналған.
Владимир Путин әйтеүенсә, АҠШ Рәсәй иҫәбенә Украинаның йәшәйешен тәьмин итергә самалай. Быға нисек өлгәшергә? Мәҫәлән, Мәскәү менән Киев яңы газ транзитына ҡултамғалар ҡуйғандан һуң АҠШ санкцияларҙы бөтөрөргә тейеш ине, ләкин океан аръяғында быны эшләүҙән баш тарттылар. Америка үҙ аҡсаһы иҫәбенә Укрианалағы тормошто яйға һалырға теләмәй, киреһенсә, газ транзиты ярҙамында Рәсәй аҡсаһы иҫәбенә күршеләрҙең ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә самалай.
Етмәһә, АҠШ үҙендә етештерелгән шыйыҡ газды Украинала һәм Европа илдәрендә 25 – 30 процентҡа ҡиммәтерәк хаҡҡа һатырға теләй. Бындай осраҡта, мәҫәлән, Германияның һәм Европа илдәренең шул иҫәптән, конкуренцияға һәләтлелеген юҡҡа сығара.
Хәҙер ике аҙнанан ашыу Рәсәй Президенты ТАСС хәбәрсеһе һорауҙарына яуап бирә, әңгәмә көн һайын бер нисә каналдан халыҡҡа еткерелә. Медия саралары рейтингында интервью үҙенең эшләнеше, яңыса ҡоролоуы менән ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты һәм ҡараусылар һаны буйынса көндән-көн ҙурыраҡ таралыу таба.
Читайте нас: