+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Март 2020, 11:03

Ғалимдар эскеселеккә ҡаршы көрәштең иң отошло юлын тапҡан. Ниһайәт!

Нимә сыҡһа Американан сыға инде

Нимә сыҡһа Американан сыға инде. АҠШ-тың Стэнфорд университеты ғалимдары “12 аҙым” исемле алкоголизмға ҡаршы көрәштең иң эффектлы юлын тапҡан. Һөҙөмтәләр халыҡ тарафынан хуплау тапҡан һәм алкоголизмдан сирләүселәргә ярҙам үҙәктәренә көндәлек эштә ҡулланыу өсөн тәҡдим ителгән.
Ғалимдар 10 меңдән ашыу сирленең хәлен өйрәнгән һәм улар өсөн “12 аҙым” программаһы иң отошлоһо тип тапҡан. Был программаға төрлө йылдарҙа барлыҡ йәш категорияларына ҡараған пациентар ҡабул ителгән һәм дауаланыу үткән. Улар иҫәбендә йәштәр, ҡатын-ҡыҙҙар, өлкәндәр, ҡыҙыу нөктәләрҙән ҡайтҡандар, көс структуралар вәкилдәре бар. Дауаланыусылар араһында төрлө илдәр вәкилдәре иҫәпләнә.
“12 аҙым” программаһының уңышы социаль мөнәсәбәттәргә һәм эскеселәрҙең бер-береһенә хис-тойғо ярҙамында тәьҫир итеүенә һәм эскреһеҙ ярҙамына ҡоролған. Эскеселек менән шөғөлләнеүселәр бер-береһен яҡшыраҡ аңлай, ярҙамға килергә әҙер һәм үҙе һымаҡтарҙы ситкә типмәй.
Был программа ҡыҫҡа ғына ваҡытта барлыҡҡа килмәгән, үҙ эсенә 80 йыллыҡ күҙәтеүҙәрҙе, дауалау тәжрибәһен, һөҙөмтәләрҙе туплаған һәм әлегә иң уңышлыһы тип иҫәпләнә. Программа авторҙары аҙымдар аша талаптарҙы үтәү маҡсатын отошло тип иҫәпләй.
Ләкин был дауалау ысулының үҙ талаптары бар, уны һәр кем үтәрлек түгел. Иң төп шарт сирле аҙымдарға ярашлы талаптарҙы теүәл үтәргә, үҙенең ихтыяр көсөн күрһәтергә, тимәк, ризалашырға тейеш.
Әгәр ҡыҙыҡһыныу уятһа, “Һәнәк” һеҙҙең менән ошо йүнәлештә аңлатыу эше алып барырға тәҡдим итә.
Читайте нас: