+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Март 2020, 11:08

Ә француздар беҙҙең хәлде беләме икән?

Дөрөҫ булһа, харап бит.

Дөрөҫ булһа, харап бит.
Француз ғалимдары Рәсәйҙә эскеселәр һанының кәмеүенә иғтибар итә. Был йәһәттән уларҙы Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы вәкилдәре лә хуплай. Ойошманың 2016 йыл күрһәткестәренә ярашлы Рәсәйҙә спиртлы эсемлектәр ҡулланыу 43 процентҡа кәмегән. 2017 йылда 15 йәштән өлкән Рәсәй халҡының һәр береһенә уртаса 11,1 литр спиртлы эсемлектәр тура килһә, Франция өсөн был һан 11,7 процент тәшкил итә.
Рәсәй өсөн эскеселек проблемаһы әллә икенсе планға күсәме? Ғалимдар бының сәбәбен дә аңлата. Мәҫәлән, урамдарҙа алкоголде рекламалаусы яҙыуҙар юҡ, спорт һәм мәҙәниәт сараларында хатта һыра ла һатылмай, спиртлы эсемлектәрҙе төндә һатыу тыйылған.
Шуны белге килә француздар йәшерен һатылған, тимәк, иҫәпкә алынмаған суррогат араҡы хаҡында хәбәрҙармы икән?
Читайте нас: