Хәҙер ундай сәйәсмән үҙе лә юҡ
Телеканалдарҙа Рәсәй Президенты Владимир Путин ТАСС хәбәрсеһе һорауҙарына яуап биреүен дауам итә. Сираттағы һөйләшеү 2008 йылда уҡ туҡтатылған Рәсәй – Грузия мөнәсәббәттәренә арналды.
Саакашвили президент сағында Абхазия һәм Көньяҡ Осетия мәсьәләләрен тыныс юл менән хәл итеүҙе хәрби авантюраға алмаштырып отолдо. Хәҙер илдән-илгә ҡасып йөрөгән Саакашвили Грузия өсөн юҡ, әгәр тыуған иленә ҡайтһа, уны шунда уҡ төрмәгә ябасаҡтар. Саакашвили ситтән тороп 6 йылға төрмәгә ябыуға хөкөм ителде.
Владимир Путиндың ТАСС хәбәрсеһенә биргән интервьюһы дауам итә, уның тулы версияһы 26 мартта донъя күрәсәк.