-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Март 2020, 16:55

Төндәлектәр

Ғүмерлек үпкә

Ғәлим ағайҙы – әсәйемдең ағаһының ҡустыһын мин һуңғы тапҡыр 80-се йылдар аҙағында күрҙем. Атаһы Ғәйнетдин бабай һымаҡ, таҙа кәүҙәле, мөһабәт һәм алсаҡ күңелле. Өҫтәлгә әсәйем шешә лә ултыртты, унһыҙ буламы һуң инде. Ғәлим ағайҙы һыйлаған һымаҡ иттек, тауға, йылға буйына сығып әйләндек. Институт тамамлағанымды белгәс, ниңәлер күберәк минең менән аралашты. Үҙе лә Камчаткала ниндәйҙер вуз филиалын бөткән, шунда йәшәй һәм эшләй. Әсәйем яйы сыҡҡан һайын ғаилә хәле тураһында һорауҙар биреп ҡарай, ишетмәмеш була ла ҡуя. Өндәшмәй.
– Хоҙайым, һаман өйләнмәнеңме ни? – тип аптырай, – алтмышты үтеп киттең бит.
– Ҡуй әле, апай, хәлемде һинән дә яҡшы белгән кеше юҡ, – тине Ғәлим ағай өҙөп. – Пенсияға ла сыҡтым, өйләнмәнем, хәҙер ҡатын ҡайғыһы ла юҡ инде, һаулыҡты уйларға кәрәк. Анапаға путевка бирҙеләр, шунда ял итәм дә, Ташкентҡа барып киләм. Аҡсам етә, Камчаткала оҙаҡ өшөнөм, йылы яҡта йәшәп ҡарарға ине. Ә өйләнеүгә килгәндә, минән ул хаҡта һорама, апай. Минең кәләшем Буранғолда тороп ҡалды. Үткәндәргә хәҙер ҡайтыу юҡ.
Был хаҡта ишетеп белә инем, ағайҙың һуғышҡа тиклем үк яратҡан ҡыҙы булған, һуғыштан әйләнеп ҡайтҡас, өйләнергә теләгән, ләкин атаһы рөхсәт бирмәгән. Бының сәбәбе беҙҙең өсөн мәңге асылмаҫ сер булып ҡалды. Ғәлим ағайҙың атаһы ғүмер баҡый етәксе вазифаларҙа эшләне, беҙҙең өйҙә уның Нуриев менән төшкән фотоһы тора ине. Бабай ҡаты ҡуллы,үҙ маҡсатына партия ағзаларына ғына хас ныҡышмалылыҡ менән эш итә торған кеше ине. Өйләнмәйһең, тип бер генә өҫтәл һуҡҡан, тинеләр, эш Ғәлим ағайҙың сығып китеүе менән тамамлана. Ул ваҡыт был үпкә мәңгелеккә етер тип берәү ҙә уйламағандыр.
Ғәлим ағай Камчаткаға китеп олаға, Башҡортостанға һирәк ҡайта, ләкин тыуған яғына, атай тупһаһына аяҡ баҫыуҙан баш тарта. Ҡайтҡанда бик мул ҡайта, күстәнәс, бүләк такси багажнигы тулы була торғайны, уның килеп төшөүе ҙур байрамға әйләнә ине. Уның ҡайтҡан, ҡунаҡ булған саҡтарын һағынып һөйләргә генә ҡалды.
80-се йылдар аҙағында һуңғы тапҡыр күрҙем, тигәйнем. Ял иткән, Ташкентҡа барған, фатир һатып алған, күңеле булғансы йылынған. Ләкин донъялар үҙгәрҙе, Ташкент сит дәүләттең баш ҡалаһына әйләнде һәм ағай менән бәйләнештәр тамам өҙөлдө. Аҙаҡ бер нисә йыл үткәс, фатирында үлеп ятҡан, бер аҙнанан һуң ғына һиҙеп ҡалғандар һәм шартына килтереп ерләгәндәр, тигән хәбәр генә килеп етте.
Ағай атаһының өйләнергә рөхсәт итмәүенең сәбәбен үҙе менән гүргә алып китте. Улының вафатын Ғәйнетдин бабай ҙа белмәй ҡалды, сөнки ул үҙе Ташкенттан ҡайғылы хәбәр төшкәнсе гүр эйәһе булғайны.
Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: