0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Март 2020, 16:22

Төндәлектәр

Әхмәтсолтан ағай һабаҡтары

Ағай беҙҙе тарихтан уҡытты һәм беҙ уны йотлоғоп тыңлай торғайныҡ. Һуғышты өлкән лейтенант дәрәжәһендә Берлинға етәрәк тамамлаған, Әхмәтсолтан ағайҙы Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Сөйәрғолов Нурмөхәмәт Әлибай улының өлкән ағаһы тип әйтһәм, уҡымышлы, белемле зат күҙ алдығыҙға килер һәм барыһы ла аңлашылыр. Ипле, тыныс һәм ул һирәк-мирәк, ләкин иң кәрәк ваҡытта әйткән һүҙе “ташбаш!” ағайҙың һуңғы сиккә етеүен иҫкәртә торғайны. Ағай Вәҙиғә инәй менән бер ҡыҙ һәм биш ул үҫтерҙеләр.
Ағайҙың фронтта күргәндәрен әгәр яҙып барһаҡ, матур ғына мәҡәлә сығыр ине. Элек һәр мәктәпкә утын әҙерләү мәшәҡәте еткерелә торғайны, киске усаҡ янында ағай һуғыш ваҡиғаларын байтаҡ һөйләне. Хәҙер күбеһе онотолған һәм ни эшләптер ошоһо ғына иҫтә ҡалған. Болгарияны азат итеүҙә ҡатнашҡан Әхмәтсолтан ағайыбыҙ. Әлегенән айырмалы, болгарҙар азат итеүселәрҙе икмәк һәм төрлө шараптар менән ҡаршы алған. Болгар ҡыҙҙары совет һалдаттары һәм офицерҙары менән ныҡлап дуҫлашҡан. Ағайҙан исемен һорайҙар икән, ул Солтан тип яуап биргән. Был исемде ишеткән болгар йәштәре йөҙҙәре боҙолоп китә, ҡыҙҙары көлә икән. Аҙаҡ асыҡланған, төрөк солтаны аҫтында иҙелгән болгарҙар был исемде яратмай, хатта үс алыу маҡсатында эттәренә ҡуша, имеш. Был хаҡта белеп ҡалған ағайыбыҙ тиҙ арала исемен Әхмәт тип алыштыра, ләкин тәүге Солтаны тороп ҡала һәм ул Әхмәтсолтанға әйләнә.
Һәр тантаналы сара һайын ағайыбыҙ халыҡ алдында телмәр тота һәм ҡотлай торғайны. Шуныһы ҡыуаныслы, телмәр тотоусылар ауылда әле лә бар. Беҙ уны, мәрхүм ағайҙы тыңлаған һымаҡ, иғтибарлап ҡабул итәбеҙ. Йолалар һаҡланһын.
Ралиф Кинзябаев.
Читайте нас: