-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Март 2020, 17:46

Төндәлектәр

Еңеүселәрҙе һағынғанда

Еңеүселәрҙе һағынғанда
Байбулат бабай менән Мәстүрә әбей
Улар Фәррәх бабайҙың күршеһендә йәшәнеләр. Байбулат бабай сатанлап таяҡ менән йөрөй ине. Шуға беҙ уны һуғышта булған һәм яраланып ҡайтҡан тип уйлай торғайныҡ, ә уның аяғын бүрәнә ҡыҫҡан икән. Шулай ҙа уны яҙып ҡалдырайыҡ, беҙ яҙмаһаҡ, уны кем иҫкә алыр. Уларҙың ҡырҡынсы йылдарҙа тыуған Раян исемле улдары бар тип уйлай инек. Аҙаҡ асыҡланым, Раян абзый Байбулат бабай менән Мәстүрә инәйҙең улы түгел икән. Ауыл аша ҡараусыһыҙ ҡалған етем малайҙар һәм ҡыҙҙар үтеп барған, шулар араһынан өс-дүрт кенә йәшлек Раянды уллыҡҡа алып ҡалғандар.
Байбулат бабай етмешенсе йылдарға тиклем үлде шикелле, ә Мәстүрә инәй оҙағыраҡ йәшәне. Орден-миҙалдар алып дан ҡаҙанған Раян абзый Рәшиҙә апай менән балалар үҫтерҙе. Тик ағайҙың ғүмере ҡыҫҡа булды. Мәстүрә инәйҙе һуңғы йылдарында йыш күрә инем, ул борсолоп тәрбиәгә алған улынмы, әллә ейән-ейәнсәрҙәренме урам һайын, йорт һайын эҙләй ине. Белмәйем, таба алдымы икән? Ҡайһы ваҡыт ғүмер буйы эҙләп тә эргәһенән күрмәйенсә үтеп китәһең.
Ә Байбулат бабайҙы һуңғы юлға оҙатҡанын үҙебеҙ күрҙек. Артынан эйәреп, тәгәрәп тороп ҡалды.
Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: