+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Март 2020, 16:44

Төндәлектәр

Еңеүселәрҙе һағынғанда

Еңеүселәрҙе һағынғанда
Фәррәх бабайҙан һулға ҡайырылып түмәләскә күтәрелһәң, Абдрахман бабайҙың (мең тапҡыр ғәфү үтенәм, халыҡса әйтһәк, Бүре бабайҙың) ҙур һәм мөһабәт өйө булыр. Бабайҙың кесе улы Гәрәйша абзый менән килене – уҡытыусыбыҙ Сәүиә апай аҙаҡ яңы өй төҙөп керҙе. Иҫке өйҙөң бүрәнәләрендә пулялар, баҡса артында күнәк-күнәк гильзалар тутығып юҡҡа сыҡмағайны әле. Ринат дуҫым – бабайҙың ейәне – баҙға алып кереп, һикереп-һикереп күрһәтә торғайны, ауылда аҡтар булған, ошонда пулемет, винтовкалар йәшереп киткәндәр, тип ышандыра ине. Беҙ инде “Һыңар ҡолаҡ Хисами”ҙы уҡып үҫкән малай-шалай ышана торғайныҡ.
Туҙға яҙмағанды яҙғансы, Абдрахман бабай хаҡында тағы бер-ике кәлимә.
Һуғышҡа тәүгеләрҙән булып алына, ҡаты яралана, ауылға ҡайта, колхозда эшләй, аҙаҡ тағы фронтҡа китә һәм Еңеүҙән һуң ғына ҡайта. Бабай бик егәрле һәм уңған булды. Тормош һынауҙарын да байтаҡ кисерҙе, ләкин бирешмәне. Үҙенән һуң өлгө булырлыҡ улдар һәм ҡыҙҙар, илгә билдәле ейән-ейәнсәрҙәр ҡалдырҙы. Улар араһында дуҫым Рәсәй Федерацияһы Юғары судының отставкалағы ағзаһы Рәмил Фәйруша улын, уның ҡустыһы Мулләхмәтте иҫкә алыу ҙа етә.
Донъя үҙгәреп тора шул. Бабай ҡартайған көндәрендә хәтеремдә түмәләстән таяҡҡа таянып ауылға ҡарап торған һымаҡ хәтерҙә ҡалған. Хәҙер һирәк ҡайтыла, түмәләскә һирәк һуғылам, шулай ҙа күҙ һалмай үтмәйем. Унда хәҙер кем тора икән?
Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: