+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Март 2020, 15:30

Төндәлектәр

Еңеүселәрҙе һағынғандаМоряктар күп булмай

Еңеүселәрҙе һағынғанда
Моряктар күп булмай
Фәррәхетдин бабай минең хәтеремә скрипка тызылдатып килеп инде. Эйе-эйе, ысын скрипка! Күҙ алдына килтерәһегеҙме? Киске ауыл, ситән ихаталы һалам башлы өйҙәр, саң баҫҡан юлдар, кесерткән, ҡош-ҡорт, тыҡрыҡ сатында ҙур көллөк һәм шунда күмелеп уйнаған малай-шалай. Беҙгә иғтибар ҙа итмәй, үҙе ҡайҙалыр китеп бара, өҫтәүенә, скрипкала уйнай. Эйе, бөтә Европаны, мәҙәниәтле донъяны үҙенең моңо, иңрәүе менән әсир иткән скрипка. Кем әйткән әле, скрипка – моң Аллаһы, тип? Беҙ шул Аллаһтың моңон тыңлап үҫтекме?
Ҡайҙан килеп ингән һуң ул скрипка көлгә батҡан, мәңге һалам түбәләрҙән ҡотолмаҫ һымаҡ төпкөл ауылға? Әлеге һуғыш, Фәррәх бабай моряк, Алыҫ Көнсығышта һуғышҡан. Яу яланынан затлы трофей, ваҡ-төйәк әйбер түгел, скрипка тотоп ҡайтҡан. Үҙаллы уйнарға өйрәнгән, туйҙарҙа, табындарҙа уйнап кешеләрҙең күңелен күтәргән. Фәррәх бабай Разифа инәй менән мыҡты кәүҙәле, үҙҙәре һымаҡ егәрле улдар-ҡыҙҙар үҫтерҙеләр. Малайҙары моряк исемен ғорурланып йөрөттө. Был юғары исемгә улар ғына лайыҡ булды.
Хәҙер ауыл үҙгәрҙе, өй баштары, ҡоймалар тимерҙән. Йорт һайын затлы автомобиль, тик моң ғына ишетелмәй, скрипка моңо. Кем белә, бәлки, ҡасан да булһа бер яңғырар.
Ралиф Кинзябаев.
Читайте нас: