Рейтинг өйрәнеүселәр 2024 йылда Владимир Путин кандидатураһын күрһәтһә, Конституция суды рөхсәт бирһә, хәҙерге дәүләт башлығы халыҡ фекерен бөгөн өйрәнеүгә ҡарағанда 57 процент тауыш йыйып еңеүгә өлгәшәсәк, тип билдәләй.
“Коммерсантъ” гәзите билдәләүенсә бөгөн һайлауҙарҙа ҡатнашырға теләүселәрҙең яртыһынан күбеһе ғәмәлдәге президент өсөн тауыш бирергә әҙер. 33 процент ҡаршы, ә 10 процент аныҡ фекергә килмәгән.
Донъялағы иҡтисади көрсөк, сирҙең таралыуы, Рәсәй халҡының быға тиклем булған тотороҡлолоҡтан баш тартырға теләмәүе Владимир Путин файҙаһына өҫтәмә тауыштар бирә. Шулай уҡ милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу, бығаса булмаған социаль түләүҙәрҙе арттырыу хәҙерге властың халыҡ араһында абруйын хис шикһеҙ күтәрҙе. Күпселектең юғарыла һыналған етәкселәрҙең идара итеүенә өҫтөнлөк биреүе һис тә ғәжәп түгел.