Бина балалар медицина учреждениеһына ҡуйылған заманса бөтә талаптарҙы иҫәпкә алып төҙөлгән. Уңайлы мебель ҡуйылған, 37 миллион һумлыҡ, шул иҫәптән күсмә рентген аппараты, эндоскопик комплекс, электрокардиограф, спирограф, УЗИ системаһы һатып алынған. Поликлиникаға 12 469 бала беркетелгән, уларҙың 458-е – бер йәшлек бала.