+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Март 2020, 10:20

Ни өсөн Рәсәйҙәр барлыҡ донъяны шаңҡытҡан сирҙән ҡурҡмай?

Бындайҙы ғына күргән булды, тиҙәр өлкәндәр.

Сир менән бәйле төрлө аналитиктар үҙҙәренең күҙәтеүҙәрен һәр ваҡыт Рәсәйҙән башлай. Башҡаса мөмкин түгел, сөнки Ҡытай менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, иң оҙон сик буйы. Сир таралыу менән үҙенең граждандарын тиҙ арала Рәсәйгә күсереп бөттө. Вирусҡа ҡаршы ойоштороу саралары юғары кимәлдә, шуның өсөн дә йоҡтороусылар һаны бик аҙ, үлеүселәр юҡ.
Халҡы 145 миллиондан артыҡ, майҙаны ер шарының иң ҙур өлөшөн алып торған дәүләт юғары ойошҡанлыҡ һәм урыны менән битарафлыҡ күрһәтә. Бының сәбәбе нимәлә?
Үткән быуат Рәсәйҙәр өсөн һынауҙарға һәм тетрәнеүҙәргә бай булды. Октябрь түңкәрелеше, аслыҡ, граждандар һуғышы, репрессиялар, Бөйөк ватан һуғышы, емереклектәрҙе аяҡҡа баҫтырыу, торғонлоҡ, Горбачев үҙгәртеп ҡороуҙары, Ельциндың халыҡты талаған реформалары, ҡоролоштоң үҙгәреүе һымаҡ халыҡтың үҙәгенә үткән тәжрибәләр күпселекте сыныҡтырҙы һәм бирешмәҫкә өйрәтте.
Шулай ҙа ауырлыҡтарҙы барыһы ла еңел үткәрмәй. Айырыуса һуңғы 15-20 йылда тыуғандар һәм капитализмдың татлы емештәрен тәмләп өлгөргәндәр өсөн әлеге һынауҙар анһат бирелмәй. “Ҡара алтын”ға хаҡтар төштө, кисә генә ышаныслы торған һум бер төндә түбән тәгәрәне. Йәш быуын яратып өлгөргән һәм мәңге бөтмәҫ һымаҡ тойолған нәзәкәтле һәм текә тормош атрибуттары (кейем-һалым, авто, эсемлектәр, сәйәхәттәр һ.б.) ҡапылда ҡиммәтләнде һәм буй етмәҫлеккә әйләнде.
Күпселек быларҙы ваҡытлы күренеш тип һанай һәм элекке хәлгә әйләнеп ҡайтыуҙы көтә. Хәйер, тарих ваҡыт-ваҡыт ҡабатлана шул. Өлкәндәр йәшерәктәргә һабаҡ бирә һәм өлгө күрһәтә. Бындайҙы ғына күргән бар, тиҙәр улар. Ә ҡасан һуң беҙҙең тормош еңел булды?
Читайте нас: