+5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Март 2020, 11:02

Сир мәңгелек түгел, килә лә китә, ә сәнғәт ҡала.

Башҡорт сәхнәһе генералының бенефисы коронавирустан көслөрәк булып сыҡты.

Үткән шәмбе Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының ҙур залында мәшһүр актерыбыҙ Хөрмәтулла Үтәшевтың юбилей бенефисы ҙур уңыш менән үтте. Бындай ҡатмарлы заманда бенефис һынлы тамашаға тәүәкәллек ҡылыу көслө, халыҡ яратҡан, халҡына таянған, актерҙарҙың ғына ҡулынан килерлек тамаша. Тәүҙәрәк шик-шөбһә бар ине, кеше килерме, вирус өркөтмәҫме, тинеләр.
Хөрмәтулламы һуң инде көрсөктәргә, сирҙәргә баш эйер шәхес. Тамашасыларын күр әле, береһенән-береһе күркәм һәм олпат, эркелеп йыйылдылар, алҡыштарға һәм сәскәләргә күмделәр. Афарин, башҡорт сәхнәһенең генералы! Күңелдәребеҙҙе күтәр, оҙаҡ хеҙмәт ит, хөрмәтле сәхнә оҫтаһы!
Читайте нас: