-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Март 2020, 13:08

Төндәлектәр

Беҙҙең яҡтың оло урамыБереһен дә онотҡо килмәй

Яҙғандарым урыҡ-һурыҡ килеп сыҡмаһын, береһе лә онотолмаһын тип тырышҡан баш. Кем белә, йә берейһен төшөрөп ҡалдырырмын, аҙаҡ ниңә яҙманың тип, һорау ҡуйырҙар. Һәр береһе яҡын, ҡәҙерле, бәлки, кәрәк булһа, теркәгәндәремә ҡарап иҫкә алырҙар.
Әхмәтсолтан ағайҙың күршеһендә өлкән ағаһы Таштимер бабай менән Хөбәйбә инәй йәшәй. Бабай ғүмер буйы колхоз конторында счет тартты, дөрөҫ һанай белә, бер ҙә яңылышмай, үҙенә лә һүҙ теймәй, колхоздыҡы ла теүәл сыға, тигәндәре иҫтә ҡалған. Атайым үлгән төндө, иртә менән өйгә килеп инде, быға тиклем кермәгәндер, һәр бүлмәне ҡарап сыҡты. Атайымдан өлкәнерәк, колхозды ла бергә тарттылар.
Ҡаршы йортта Нәҙерша бабай әбейе менән йәшәне. Бик егәрле, уңған булдылар. Баҡсаларының ҡыяр-кишергә бай булғаны хәтерҙә ҡалған. Йомарт кешеләрҙеке үҫһә үҫә бит, үҙҙәренә лә етә, күршеләргә лә арта. Нәҙерша бабай Әхмәтовтар яғынан, ниңәлер гел колхоз эшендә булып йөрөгәне иҫтә ҡалған. Бейек, матур өйҙәре әле лә ултыра, тик мөрйәһенән төтөн сыҡҡаны тойолмай.
Нәҙершә бабайҙың күршеһендә Сафиулла бабай, беҙҙеңсә әйтһәк, Сапый ҡарт. Солоҡло умарталарының балын байтаҡ тәмләтте бабай. Ҡорт сағыуына ҡарамай, һәр беребеҙгә өлөш сығара ине.
Умартасы бабайҙан һуң Миңлейәр бабай менән Раҡыя инәй. Колхоздың иң кәрәк кешеләре улар булманымы икән? Бабай балта оҫтаһы, бер эштән дә ҡалыу юҡ, өмәләр унан башҡа үтмәй. Яҡты күңелле, ихлас кешеләр, балалары ла үҙҙәре һымаҡ.
Саҡ ҡына арыраҡ Биктимер бабай, Зөфәр бабай. Бөгөнгә етәр, улар хаҡында алдағы көндәрҙә һөйләрбеҙ. Тимербай бабай менән Йөҙөмбай бабайҙы онотоп ҡуймайыҡ, әле үҙе бер китаплыҡ яҙмышлы Вәғиз бабай бар әле. Артабан да яҙырға насип итһен.
Ралиф Кинзяәбаев
Читайте нас: