+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Март 2020, 10:38

Беҙҙе “Башавтотранс” хеҙмәтләндерәсәк.

Ниһәйәт, юлдарҙа тәртип урынлашты.

Бынан йыл ярым элек кенә республика юлдарын шәхси ҡулдарҙағы автобустар баҫып алғайны, улар халыҡты кассаһыҙ хеҙмәтләндерҙе, һалымдар түләмәне, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе көс һәм ҡорал ярҙамында көйләне.
Радий Хәбиров республикаға ҡайтҡас, эшен юлдарҙа тәртип урынлаштырыуҙан башланы. Сираттағы “Транспорт сәғәтендә” 2019 йылғы эш йомғаҡтары ҡаралды һәм киләсәккә бурыстар билдәләнде. 2019 йылда 2018 йыл менән сағыштырғанда йәмәғәт транспортында 402 миллион пассажир хеҙмәтләндерелгән, йәғни 6 миллионға күберәк. Үҫеш быйыл да дауам итә, ике айҙа республика буйынса 11 процент, Өфөлә үҫеш 17 процент тәшкил итә. Былтыр ғына 500-ләп яңы автобус һатып алынған, быйыл беренсе кварталда өҫтәп 162 автобус һатып алынасаҡ.
“Транспорт сәғәте”ндә республика башлығы Радий Хәбиров транспорт һәм юл хужалығына яңы бурыстар билдәләне. Хәҙер ҡалаларҙы ғына түгел, район үҙәктәрен 500-ҙән артыҡ кеше йәшәгән ауылдар менән тоташтырыу мәсьәләләрен дә ҡарар кәрәк.
Транспорт һәм юл хужылығы дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, быйыл республика урамдарына 527 яңы автобус сығасаҡ. Тимәк, халыҡты хеҙмәтләндереү тағы ла яҡшырасаҡ.
Читайте нас: