+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Март 2020, 10:12

Санкциялар беҙҙе эшләргә мәжбүр итте.

Президент санкцияларҙың Рәсәй иҡтисадына тәьҫире хаҡында һөйләне.

Президент санкцияларҙың Рәсәй иҡтисадына тәьҫире хаҡында һөйләне.
Рәсәй Президенты Владимир Путин ТАСС хәбәрсеһе һорауҙарына яуап биреүен дауам итә һәм көнбайыш илдәре санкцияларының Рәсәй иҡтисадына йоғонтоһо хаҡында һөйләне.
Путин раҫлауынса, төрлө мәғлүмәттәргә ҡарағанда, санкциялар һөҙөмтәһендә Рәсәй 50 миллиард доллар самаһы юғалтҡан, ләкин үҙебеҙҙең эшкә тотоноу арҡаһында күберәк эшләп тапҡандар. Мәҫәлән, бөгөн Рәсәй донъяла иң күп иген етештергән илдәрҙең береһе.
Шул уҡ ваҡытта Европа илдәренең юғалтыуҙары 45 миллиард доллар самаһы тәшкил итә. Өҫтәүенә Европа байтаҡ ҡына эш урындары юғалтҡан, импорт кәмегән.
Президент раҫлауынса баҙар көндәшлеге сәйәсмәндәр тарафынан йоғонтоға дусар ителергә тейеш түгел. Рәсәйҙә импортты алыштырыуға йүнәлтелгән сәйәсәт быға тиклем сит илдәрҙән һатып алынған аҙыҡ-түлекте етештерергә һәм технологияларҙы файҙаланырға мөмкинлек биргән.
Читайте нас: